Ҡобағоштоң аҫыл ҡоштары04.07.2012
Ҡобағоштоң аҫыл ҡоштарыҺәр райондың ғорурланып һөйләр тарихы, маҡтап телгә алыр ғәҙәте, үрнәк алырҙай кешеләре бар. Нәҡ шундай төбәктәр илебеҙ абруйын күтәрә. Таланттарға бай гүзәл тәбиғәтле Учалы районының Ҡобағош ауылы республикабыҙға бик күп шәхестәр тәрбиәләп сығарған.

Тарихи мәғлүмәттәр буйынса, Ҡобағош ауылы рәсми рәүештә 1736 йылда теркәлгән, ләкин уның бынан да алдараҡ барлыҡҡа килеүе, хатта Ҡараһаҡал яуында ҡатнашыусылар булыуы хаҡында ла фараздар бар. ХV быуаттың аҙағында, ХVI быуаттың тәүге яртыһында йәшәгән танылған Ҡобағош сәсәндең тамырҙары ла нәҡ Ҡобағоштоң аҫыл ҡоштарыҠобағош ауылына килеп тоташыуы раҫланғандай кеүек.
Ауыл тарих менән генә түгел, үҙенән сыҡҡан данлыҡлы, уҡымышлы кешеләре менән дә бай. Шуларҙың береһе — киң билдәле мөғәллим Марат Минһажетдинов. Ауылдың бер урамы уның исемен йөрөтә. Был ауылда бөгөн дә бик күп юғары белемле, һәләтле кешеләр ҡанат нығыта. Мәҫәлән, дөйөм педагогик стажы 500 йылға еткән Минһажетдиновтар династияһын лайыҡлы дауам итеүселәр әле лә бар. Рауза Хәләф ҡыҙы — “Почет Билдәһе” ордены кавалеры, БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Әлмирә Жәүәт ҡыҙы иһә — Рәсәйҙең халыҡ мәғарифы отличнигы. Минһажетдиновтар династияһында 49 уҡытыусы иҫәпләнә, шуларҙың 39-ы юғары белемле, өсөһө — аспирант. Педагогия фәндәре кандидаты, профессор, тиҫтәләгән фәнни хеҙмәттәр, методик ҡулланмалар, дәреслектәр авторы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Әхмәр Аҙнабаевты, филология фәндәре кандидаты, күренекле педагог, мәшһүр фольклорсы Марат Минһажетдиновты республикала белмәгәндәр һирәктер. Ҡобағоштоң аҫыл ҡоштарыОшо ауыл улы, күренекле йәмәғәт эшмәкәре, шағир һәм публицист Вил Бәшир улы Ғүмәровтың да республика халҡы өсөн башҡарған изге эштәрен оноторлоҡ түгел.
Ҡобағош — республикала ғына түгел, сит илдәрҙә лә танылған мәшһүр йырсы Абдулла Солтановтың да төйәге. Бер ниндәй ҙә махсус белеме булмай тороп, тамашасыларҙың оло һөйөүен яулаған, мөғжизәле тауыш эйәһе Абдулла Афзал улы тыуған төйәгенән рухи көс алып, ауылдаштарының хөрмәтен тойоп йәшәй. Быйыл 84 йәшен тултырасаҡ мәшһүр йырсы әле лә йыр-моңдан айырылмай.
Үҙ шәхестәрен ололап, улар хеҙмәтен һанлап көн күрә бөгөн ҡобағоштар. Был хаҡта мәктәп, мәҙәниәт йортонда йыш үткәрелгән төрлө саралар, семинарҙар ҙа асыҡ һөйләй.
Ҡасандыр гөрләп торған совхоз тарҡалһа ла, ауылда эшһеҙлек проблемаһы киҫкен тормай. Ул үҫеүҙән, матурайыуҙан туҡтамай. Бында ауыл эшҡыуарҙарының баһаһы Ҡобағоштоң аҫыл ҡоштарысикһеҙ тип әйтһәк тә, һис хата булмаҫ, сөнки күп кенә проблемаларҙы хәл итеү, эш менән тәьмин итеү, төҙөкләндереү, ойоштороу эштәре нәҡ улар иңендә. Мәҫәлән, эшҡыуар Рәшит Ҡауыевта йөҙҙән ашыу кеше эшләй. Ул асҡан икмәк бешереү цехы продукцияһын күрше ауылдарҙа ла яратып алалар. Май аҙағында егәрле эшҡыуар, ауылдаштарын йәнә ҡыуандырып, оло бүләк эшләне. Быйыл йәй үткән шәжәрә байрамы алдынан өр-яңы мәсет үҙ ишектәрен асты. Дингә битараф булмаған ауылдаштар үҙҙәре лә был эштән ситтә ҡалманы. Уңған эшҡыуарҙың пландары яҡты — киләсәктә ауыл осондағы яланда һауыҡтырыу комплексы асыу. Был ниәт уйҙа ғына түгел: йорттар, мунса, ял итеү ҡоролмалары төҙөлә башлаған да инде. Ниндәйҙер эшкә тотонорҙан алда уйлағаныңды йөҙ тапҡыр бизмәнгә һалып, ете ҡат күңелеңдән үткәрмәйенсә лә булмай. Шуға күрә комплекс асыу кеүек ҙур эште башларҙан алда Рәшит Абдулхаҡ улы ауылдың тағы бер абруйлы эшҡыуары Рим Ғәйфуллин менән кәңәшләшеп, был эште бергәләп алып барырға тигән ҡарарға килә. Был уртаҡ ниәт Рим Булат улының яҡында ғына урынлашҡан ҡымыҙ бешеү эшен нығыраҡ көйләп, шифалы эсемлек менән дауалауҙы тағы ла уңышлыраҡ итәсәк. Эшҡыуарҙар үҙҙәре булдырған быуаларҙа балыҡ тотоу ҙа ял итеүселәрҙең ялын биҙәйәсәк.
Рим Булат улы ла — ауылдаштары, хеҙмәткәрҙәре алдында хөрмәт, абруй яулаған эшҡыуарҙарҙың береһе. Ярҙамсыл, кешелекле тигән һүҙҙәрҙе бушҡа ғына әйтмәйҙәр уға. Күп кенә ауылдаштарына эш урындары булдырған. Цехында эшләүселәр таҡта яра, заказға ағас йыһаздар эшләп һата, ә йылҡысылыҡ менән шөғөлләнгән эшселәре ҡымыҙ бешә, тирә-яҡ ауылдарҙы шифалы эсемлек, йылҡы ите менән тәьмин итә.
Йәш эшҡыуарҙарҙың береһе Дамир Зыкрин да үҙ ауылына, уның йәшәйешенә битараф түгел. Әүҙем егет ауылда үткән төрлө сараларҙың бағыусыһы ғына булып ҡалмай, ә шул эштәрҙең уртаһында ҡайнай.
Бына шулай тырышып, заман талаптарынан ҡалышмай, киләсәккә ышаныс менән ҡарап йәшәй ҡобағоштар. Ауылдың егәрле ул һәм ҡыҙҙары уның данын тағы арттырыр, тарихын байытыр тигән өмөттәр ҙур. Улар Ҡобағоштоң аҫыл ҡоштарылай бейектәрҙә осор тип ышанабыҙ.
Эльза МӨХӘМӘҘИЕВА.
Учалы районы.


Вернуться назад