Башҡортостанда ғаилә хозур туйын – бергә йәшәүҙәренә 70 йыл тулыуҙы билдәләне16.04.2026

Юбилярҙарҙы Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов ҡотланы.

Фото: матбуғат хеҙмәте | Стәрлетамаҡ хакимиәте
Фото: матбуғат хеҙмәте | Стәрлетамаҡ хакимиәте

Стәрлетамаҡта Зоя Дмитриевна һәм Василий Никитич Шиктар бергә йәшәүҙәренә 70 йыл тулыуҙы билдәләй.

Василий Шик – Стәрлетамаҡтың почётлы гражданы. Хеҙмәт юлының 50 йылы «Авангард» заводы менән бәйле, ул мастерҙан алып предприятие директоры вазифаһына тиклем үрләй.

Зоя Дмитриевна иһә ғүмере буйына тормош иптәшенә һәр яҡлап терәк була. Улар бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә, әлеге ваҡытта ейәнсәренә һәм бүләсәренә ярҙамлашып йәшәй.

Ҡала хакимиәтендә билдәләүҙәренсә, Шиктар ғаиләһе йәш быуын өсөн тоғролоҡ өлгөһө булып тора.




Вернуться назад