Өфө блогеры Рөстәм Нәбиевтың Эвереста тау сире башланған

Рөстәм Нәбиевтың Эвересҡа менергә әҙерләнгән ваҡытта тау сире башланған. Блогер социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙыуынса, уның ҡанындағы кислород бик түбән күрһәткестәргә тиклем төшә — сатурация 60-тан саҡ ҡына күберәк. Шуға тын алыуы ҡыйынлаша, баш ауырта. Тауға артылғанда минең һәр ваҡыт шулай була, ти Рөстәм.
Спортсы хәлен еңеләйтеү өсөн баллондан кислород һулай, күнекмәләрен туҡтатмай.
Әле команда Мера Пик тауының база лагерында (6476 метр бейеклектә). Эверест лагерына улар май айы етәрәк барырға уйлай. Әлегә климатҡа яраҡлашырға ваҡыт бар.
«Акклиматизация – үтә етди һәм мөһим этап. Һин тәнеңде өҫкәрәк менгән һайын кислород аҙыраҡ булған шарттарҙа йәшәргә өйрәтәһең. Былар барыһы ла Эвересҡа менеү өсөн әҙерлек булып тора. Уның база лагерына май айы етәрәк барабыҙ. Әле иртәрәк», – тип яҙҙы блогер.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, экспедиция 7 апрелдә башланды. Рөстәм Нәбиевҡа ҡулдарында 8,8 мең саҡрым юл үтергә кәрәк.