Башҡортостанда сакура сәскә атырға йыйына16.04.2026

Баш ҡалабыҙ Өфөлә сакура сәскә атырға йыйына. Хеҙмәткәрҙәр Көньяҡ Урал баҡса-институты биләмәһендә сәскә атҡан үҫемлектәрҙең фотолары менән уртаҡлаша.

Фото: Көньяҡ Урал ботаника баҡса-институты | социаль селтәрҙәр

«Форзиция, абелиофиллум сәскә атты, ә сакура сәскәгә тумаланып ултыра», — тип яҙалар институттың рәсми төркөмөндә.

Сәскә атыуҙың аныҡ көнө юҡ, сөнки был һауа шарттарына бәйле.

Япон сейәһе ике-дүрт көн генә сәскәгә күмелеп ултыра һәм һулып өлгөрмәйенсә ҡойола. Өфөнөң Ботаника баҡсаһында 2000 йылдан алып алһыу һәм аҡ төҫтәге япон сейәһе үҫтерелә.



Вернуться назад