Радий Хәбиров балаларҙы иҫкәртеү системаһын үҫтереүҙә иң мөһимен әйтте15.04.2026

Радий Хәбиров балаларҙы иҫкәртеү системаһын үҫтереүҙә иң мөһимен әйтте

Фото: Олег Яровиков | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото: Олег Яровиков | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн 25-се Бөтә Рәсәй бала хоҡуҡтары буйынса вәкилдәр съезының пленар ултырышында сығыш яһаны. Профилактика системаһын үҫтереү хаҡында һөйләгәндә, ул белем биреү ойошмалары, балалар менән эшләгән уҡытыусылар һәм белгестәр менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итеүҙең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ул хәүеф төркөмөнә ҡараған үҫмерҙәр менән эшләү мәсьәләләренә лә ҡағылды.

«Йәш быуынды яҡлау буйынса һөҙөмтәле саралар күреү мөһим. Беҙ мәктәптә һаҡ системаһын көсәйттек, педагогик коллективтарҙың һәм психологик хеҙмәттәрҙең эшен үҙгәртеп ҡорҙоҡ. Минеңсә, иң мөһиме, йәш егеттәрҙең, үҫмерҙәрҙең тәртибендәге тайпылыштарҙы ваҡытында асыҡлау һәм иғтибарға алыу», – тип билдәләне Радий Хәбиров.


Вернуться назад