Күрһәткес 1,5 мең һумға тиерлек күберәк.

Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы торлаҡтың 1 квадрат метрының уртаса баҙар хаҡын 117 626 һум күләмендә раҫланы. Республикала апрель-июнь айҙарында льготалылар өсөн торлаҡ субсидияларын ошо күрҙәткескә ҡарап иҫәпләйҙәр.
I кварталда «квадрат»тың уртаса хаҡы 116 212 һум булған (хәҙер 1,4 мең һумға артҡан).
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, федераль һәм республика бюджеттарынан бирелгән торлаҡ субсидияларын төбәктә теркәлгән һәм даими йәшәгән кешеләр алырға мөмкин.
Хәбәр иткәнебеҙсә, ғинуар-февралдә Өфөлә икенсел торлаҡтың «квадраты» — яҡынса 130 мең һум, яңы төҙөлгән йорттарҙа 170 мең һумдан ашыу тәшкил иткән.