Башҡортостанда -6 градусҡаса һалҡынайта15.04.2026

Башҡортостанда -6 градусҡаса һалҡынайта

Фото: «Башинформ» | архив

Башҡортостанда төндә һалҡынайта, тип фаразлай Башгидрометүҙәк синоптиктары.

Бөгөн, 15 апрелдә, яуым-төшөмһөҙ. Ел көнсығыштан талғын, көндөҙ урыны менән көслө. Һауа температураһы +11, +16°, төньяҡ-көнсығышта +7°.

Кесаҙна, 16 апрелдә, шулай уҡ ямғырһыҙ һауа торошо көтөлә. Ел төньяҡ-көнсығыштан талғын, төндә һәм иртән көньяҡ-көнсығышта көслө. Төндә -1, -6°, урыны менән +4°, көндөҙ +8, +13°.

Йома, 17 апрелдә, шулай уҡ яуым-төшөмһөҙ. Ел төньяҡ-көнсығыштан талғын. Төндә һауа температураһы -1, -6°, урыны менән +4°, көндөҙ +11, +16°.



Вернуться назад