Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде15.04.2026

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде

Фото: Кирилл Первов | ТГ-канал

Башҡортостан биләмәһендә пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде. Был хаҡта Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов хәбәр итте.

Өфө аэропорты ваҡытлыса эшләмәй. Һауа судноларын ҡабул итеүгә һәм сығарыуға сикләүҙәр индерелде.

«Сикләүҙәр осоштарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн кәрәк», – тип белдерҙеләр Росавиацияла.

Шулай уҡ Ырымбурҙа, Татарстанда һәм Пермдә пилотһыҙ хәүеф режимы ғәмәлдә.

Башинформ БПЛА һөжүме ваҡытында үҙеңде нисек тоторға кәрәклеген иҫкә төшөрә. Ҡотҡарыусыларҙың тәҡдимдәрен бында уҡырға мөмкин.



Вернуться назад