Башҡортостанда Торатауға илткән юл 50 миллион һумға төҙөкләндерелә14.04.2026

Башҡортостанда Торатауға илткән юл 50 миллион һумға төҙөкләндерелә

Фото: Валерий Шахов | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Транспорт министрлығына Яр-Бишҡаҙаҡ ауылы яғынан Торатауға илткән юлды ремонтлауға 50 миллион һум аҡса бүлергә ҡушты.

«Ишембайға 50 миллион һум  тапшырырға кәрәк, сөнки Торатауға барған юл бик насар», – тине Радий Хәбиров.

Башинформ Өфөнөң Пугачев урамында реконструкциялау эштәрен быйыл тамамлауҙары тураһында яҙғайны.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-04-14/v-bashkirii-dorogu-k-toratau-otremontiruyut-za-50-mln-rubley-4651679



Вернуться назад