Республика етәксеһе халыҡтың өмәләрҙә ҡатнашыуын тәьмин итергә ҡушты14.04.2026

Был аҙнала республикала ҙур өмә ойошторола.

Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы | архив

Шишәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә дөйөм республика өмәһе көнө иғлан ителде. Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова һүҙҙәренсә, экологик сара ошо шәмбелә – 18 апрелдә уҙғарыла.

Республика етәксеһе Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарына һәм предприятие етәкселәренә граждандарҙың өмәләрҙә ҡатнашыуын тәьмин итергә ҡушты.

— Кешеләрҙе сығарығыҙ. Кәрәк икән, ике сәғәткә алдараҡ ебәрегеҙ, улар йыйыштырып өлгөрһөн өсөн. Апрель уртаһына ҡалаларыбыҙ һәм ауылдарыбыҙ таҙа булырға тейеш, - тине ул һәм халыҡҡа өмә тураһында мәғлүмәт еткерергә ҡушты.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-04-14/glava-bashkirii-poruchil-glavam-obespechit-uchastie-v-subbotnikah-4651616



Вернуться назад