Башҡортостан һыу баҫыуҙан зыян күргән Дағстанға ярҙам итәсәк14.04.2026

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һыу баҫыуҙан зыян күргән Дағстан халҡы өсөн ярҙам йыйыуҙы ойошторорға ҡушты. Был хаҡта республика етәксеһе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә белдерҙе.

Фото: Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһе | скриншот

«Беҙ Дағстандағы хәлдең ҡатмарлы булыуын күреп торабыҙ. Чечняның бер өлөшөн һыу баҫҡан. Мин һеҙҙән коллегаларығыҙ менән бәйләнешкә инеүегеҙҙе һорайым. Уларҙы кәрәк-яраҡтар менән тәьмин итеү зарур, бындай осраҡтарҙа һыу кәрәк, шифаханалар менән бергә ебәрербеҙ. Төбәккә ярҙам итәйек. Хәҙер бик ауыр ваҡыт. Курск һәм Белгород өлкәләренә ярҙам иткән кеүек, бында ла ярҙам ҡулы һуҙыу мөһим», — тине Радий Хәбиров.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Дағстанда һыу баҫыуға бәйле федераль кимәлдәге ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде. Быға тиклем унда төбәк кимәлендәге ғәҙәттән тыш хәл режимы ғәмәлдә ине. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Дағстанда һыу баҫыуҙан алты кеше һәләк булған, 6200-ҙән ашыуы зыян күргән. Тәбиғәт ғәрәсәте һөҙөмтәһендә 42 тораҡ пунктта бөтәһе 9,8 мең йорт һыу аҫтында ҡалған.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-04-14/bashkiriya-pomozhet-dagestanu-postradavshemu-ot-navodneniya-4651426



Вернуться назад