Башҡортостан Башлығы үҙенең шәжәрәһе тураһында мәғлүмәт менән уртаҡлашты14.04.2026

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә ата-бабаларыбыҙҙың ғаиләләрендә балаларҙың күп булыуына иғтибар итте.

Фото: скриншот | Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһе

– Яңыраҡ миңә үҙемдең шәжәрәмде бүләк иттеләр. Ял көндәрендә ҡарап сығырға ваҡыт булды. 1770 йылдар тирәһенән, исемлектәр башланғас. Һәр быуында кәмендә ете бала. Нәҫел Бәкерҙән башлана, уның 12 балаһы булған. Артабан – 12, 11, 7 бала, бына күпме бала булған элек, – тип билдәләне Радий Хәбиров.

Яҙғаныбыҙса, Башҡортостанда биш йылда ишле ғаиләләр 14 меңгә артҡан. Республикала бөтәһе 192 мең ғаилә дәүләт ярҙамы сараларынан файҙалана.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-04-14/glava-bashkirii-podelilsya-podrobnostyami-svoey-rodoslovnoy-4651559



Вернуться назад