Гәзит тә тауар, шәкәр ҙә...04.07.2012
— Ни өсөн почта бүлексәләрендә хәҙер гәзит-журнал таратыуҙан бигерәк һәр төрлө аҙыҡ-түлек менән сауҙа итеүгә өҫтөнлөк бирә башланылар? Был почтала эшләүселәрҙең төп хеҙмәтенә ҡамасаулыҡ итмәйме икән?
А. Мусабирова, Өфө ҡалаһы.
Башҡортостан буйынса федераль почта элемтәһе идаралығының сифат бүлеге етәксеһе Инна Федорова яуап бирә:
— Почта бүлексәләренең эше “Рәсәй почтаһы” федераль дәүләт унитар предприятиеһының 2003 йылдың 11 февралендә раҫланған Уставы нигеҙендә башҡарыла: беҙ халыҡтың почта хеҙмәтләндереүе төрҙәренә ихтыяжын ҡәнәғәтләндерергә һәм табыш алырға тейешбеҙ. Был маҡсаттарға өлгәшеү юлдарының береһе, Уставта әйтелгәнсә — почта элемтәһе объекттарында халыҡ ҡулланыуы тауарҙары һатыу. Бындай тауарҙар менән сауҙа итеүе өсөн почтальондар матди яҡтан дәртләндерелә. Почтала конверт, открытка, посылка өсөн ҡумта, яҙыу-һыҙыу кәрәк-ярағы кеүек әйберҙәр электән һатыла бит, ә ни өсөн шәкәр ҡомо, икмәк, ярма һымаҡ кәрәкле тауар ҙа тәҡдим итмәҫкә? Был беҙҙең хеҙмәткәрҙәрҙең эшен, йәғни почта ҡабул итеү һәм таратыуҙы һис тә тотҡарламай. Тағы ла шуныһы: почтальон — халыҡ менән иң тығыҙ бәйләнештәге һөнәр кешеһе. Ул ғына халыҡҡа ниндәй тауар кәрәк булыуын тулыраҡ асыҡлай ала. Төпкөл ауылда йәшәгән һәм алыҫҡа йөрөрлөк хәле булмаған оло кешегә, мәҫәлән, почтальон ғына уның һорауы буйынса кәрәкле әйберҙе тиҙ алып килеү мөмкинлегенә эйә.