Йыл башынан 112 номерына юғалған кешеләр тураһында 28 хәбәр килгән: бөтәһе 50 кеше, шул иҫәптән 9 бала юғалған.

Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, кисә кис көнө «Система-112» шылтыратыуҙарҙы эшкәртеү үҙәгенә Бөрйән районында кешеләрҙең юғалыуы тураһында хәбәр килгән.
Биш кеше, шул иҫәптән бер бала кәмә менән Бәләкәй Ҡыпсаҡ ауылынан Әбделмәмбәт ауылы яғына киткән. Юл уртаһында улар урманда туҡтаған. Ниндәҙер мәлдә кәмәләре ағып киткән. Уларҙың барыһын да туғандары эҙләп тапҡан.