Үҙеңдән башларға кәрәк!04.07.2012
Башҡортостандың Рәсәй Дәүләт Думаһындағы депутаты Андрей Тычинин Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексҡа үҙгәреш индерергә тәҡдим итте: граждандың мөрәжәғәтенә иғтибарһыҙ ҡалған өсөн чиновник әле 5 мең һумдан алып 10 мең һумға тиклем штраф түләргә тейеш булһа, яңы проект уны 20 меңдән алып 30 мең һумға саҡлы арттырасаҡ. Ҡабул ителгән осраҡта, был ҡағиҙә дәүләт власы органының эшен яҡшырта алырмы?
— Мин тәҡдим иткән закон проекты чиновниктың халыҡ алдындағы яуаплылығын көсәйтергә ярҙам итергә тейеш, — тине Андрей Джафарович, телефон аша беҙҙең гәзиттең һорауҙарына яуап биреп.
— Ә ни өсөн 20 мең һум? Түрәләр 5 мең менән 20 мең һум араһында әллә ни айырманы күрмәйәсәк тә...
— Был — Рәсәй чиновниктарының ил буйынса алғандағы уртаса рәсми эш хаҡы. Тәбиғи, ғәмәлдә ул байтаҡҡа юғарыраҡ. Ләкин рәсми мәғлүмәттәргә генә таянырға тура килә һәм уртаса эш хаҡынан ҙурыраҡ штраф билдәләргә лә ярамай.
— Ошо 20 меңде лә чиновниктың үҙенән түләтеүҙәре икеле. Уға был штрафты түләү маҡсатында шул уҡ суммаға премия биреүҙәре лә бик ихтимал, сөнки ул, граждандың хатын ҡарағанда, ҙурыраҡ түрәнең әмерен үтәгәндер, бәлки...
— Ярай, бер тапҡыр шулай иттеләр ҙә, ти. Ләкин икенсе, өсөнсө тапҡыр нисек ҡотолорҙар? Был дәүләт ойошмаһы үҙенең премия фондынан ҡолаҡ ҡағасаҡ бит, ҡалған чиновниктар кемдеңдер ғәйебе менән премияһыҙ ултырырға һис риза булмаясаҡ.
— Халыҡтың психологияһы шулай: “Был чиновник өҫтөнән ялыу яҙып, уның үҙ эш хаҡынан штраф түләттерһәм, икенсе тапҡыр уға ни йөҙ менән барырмын, минең йомошто ул бөтөнләй үтәмәйәсәк...”
— Тап шуның өсөн дә дәүләт власы органдары граждандарҙың мөрәжәғәтенә йыш ҡына битараф ҡарай, дәүләт власы органдарының эше уларҙың теләге буйынса түгел, ә халыҡ талаптары аша ғына яҡшырасаҡ. Шуға күрә һәр кем үҙ мөрәжәғәтенең үтәлеше өсөн ныҡышмалылыҡ күрһәтергә бурыслы, закон бит уның яҡлы. Шул саҡта ғына дәүләттең эшмәкәрлеге халыҡҡа буйһонасаҡ.
— Һеҙ тәҡдим иткән закон проекты ҡасан ҡаралырға тейеш?
— Дәүләт Думаһының быйылғы көҙгө сессияһында. Көтөргә күп ҡалманы инде.