Башҡортостанда ишле ғаиләлә бишенсе сабый тыуған13.04.2026

Башҡортостанда ишле ғаиләлә бишенсе сабый тыуған

Фото: Владимир Спеле | ТГ-канал

Әлшәй районында Тамара Махатадзе һәм Илфак Ғәлиуллин ғаиләһендә бишенсе бала донъяға килгән. Атә-әсә ҡыҙҙарына Рената тип исем ҡушҡан. Өйҙә яңы тыуған һеңлеләрен ағайҙары Эмиль, Даниэль, Вадим һәм апаһы Ульяна түҙемһеҙләнеп көтә.

Башҡортостандың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты рәйесе Владимир Спеле ата-әсәгә ихлас ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе һәм сабыйға ныҡлы һаулыҡ, ишле ғаиләгә именлек, муллыҡ бәхетле тормош теләне.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-04-13/v-bashkirii-v-mnogodetnoy-semie-rodilsya-pyatyy-malysh-4649927



Вернуться назад