«ГигаЧат» нейроселтәре башҡорт телен үҙләштергән10.04.2026

«ГигаЧат» нейроселтәре башҡорт телен үҙләштергән

Фото: скрин | ГигаЧат

Хәҙер Рәсәй һәм БДБ илдәре халыҡтарының 30-ҙан ашыу телендә (татарсанан яҡутсаға тиклем) яһалма интеллект менән аралашырға мөмкин.

ГигаЧатҡа үҙегеҙгә уңайлы булған телдә яҙһағыҙ, ул да шулай уҡ яуап бирә — бер ниндәй ҙә өҫтәмә көйләүҙәр талап ителмәй. Әлегә был функция текст рәүешендә башҡарыла, тип хәбәр итә яһалма интеллект каналы.

Нейроселтәр телдәрҙе университеттар, китапханалар, медиа һәм мәҙәни институттар ярҙамында өйрәнгән. Партнёрҙары – «Рувики» интернет-энциклопедияһы, Рәсәй халыҡтары йорто һәм төбәк ғилми үҙәктәре.

ГигаЧат веб-версияла, Android өсөн ҡушымтала, мессенджерҙарҙа бар.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-04-10/neyroset-gigachat-osvoila-bashkirskiy-yazyk-4648006



Вернуться назад