Башҡортостанда йәшәүселәрҙе боҙлауыҡ һәм көслө ел хаҡында иҫкәрттеләр10.04.2026

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе боҙлауыҡ һәм көслө ел хаҡында иҫкәрттеләр

Фото: Башинформ | архив

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 11 апрелдә аяҙлы-болотло һауа торошо көтөлә. Төндә төньяҡта ҡар ҡатыш ямғыр, боҙлауыҡ, автомобиль юлдарының айырым участкаларында тайғаҡ, башҡа территорияла яуым-төшөмһөҙ. Көндөҙ урыны менән бер аҙ ямғыр.

Ел көньяҡтан, тиҙлеге секундына 7-12 метр, урыны менән 17 метрға етеүе мөмкин, көндөҙ 5-10 метр. Һауа температураһы төндә -2,+3°, көндөҙ +11,+16°, төньяҡта +6°. Төндә төньяҡта автомобиль юлдарының айырым участкаларында яуым-төшөм ваҡытында 1-2 километрҙан күреү мөмкинлеге кәмей.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-04-10/zhiteley-bashkirii-predupredili-o-gololede-i-silnom-vetre-4647405



Вернуться назад