Алмасы күп Уралтау04.07.2012
Башҡортостанда алмас ятҡылыҡтары табылыуы, уның республика ҡаҙнаһын байытыу өсөн ҙур әһәмиәткә эйә буласағы тураһындағы мәғлүмәт күренгеләп ҡалды ла, хәҙер ул турала ләм-мим. Ятҡылыҡтарҙы эшкәртеү башланһа, беҙгә, йәштәргә лә, өҫтәмә хеҙмәт урындары асылыр ине.
Х. Сәлихов.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.
— Беҙҙең республика территорияһында ҙур күләмле өлгөләр алыу ысулы нигеҙендә геологик-эҙләнеү эштәре үткәрелгәйне, — тип аңлата “Башнедра” идаралығының геологик бүлек начальнигы урынбаҫары, геология-минералогия фәндәре кандидаты Николай Ларионов. — Һөҙөмтәлә Ағиҙелдең уң ҡушылдыҡтары үҙәнендә уртаса ауырлығы 12 миллиграмм булған 207 алмас кристалы табылды. Ләкин, табыш күп булыуға ҡарамаҫтан, был территория һибелмә алмас ятҡылығы буйынса перспективаһыҙ тип табылды. 2005 — 2088 йылдарҙа федераль бюджет иҫәбенә тағы эҙләнеү эштәре үткәрелде һәм перспективалы һигеҙ район билдәләнде: Маҡар-Нөгөш, Үҙән, Маярҙыҡ, Бөрйән, Тирлән, Йүрүҙән-Әй, Йылайыр, Ҡырғыҙ-Миәкә. Бер үк ваҡытта “Минас-Ириклион” йәмғиәте Белорет районының Әхмәр участкаһында эшләне һәм алмаслы 30-ҙан ашыу структура тапты.
Алмас ятҡылыҡтарының республикала сәнәғәт кимәлендә эшкәртерлек запасы бармы-юҡмы икәнлеге буйынса белгестәрҙең берҙәм генә фекере юҡ. Кемдер Башҡортостанда ундай ятҡылыҡтар бөгөнмө-иртәгәме асыҡланасаҡ тип иҫәпләй, ҡайһы бер геологтар ышаныслы мәғлүмәттәр булмайынса тороп ундай фекергә килеү урынһыҙ тип раҫларға тырыша.
Башҡортостан да Яҡут-Саха кеүек алмас республикаһына әйләнерме? Яуап ошо күрһәтелгән участкаларҙа үтә ҡиммәтле эҙләнеү һәм баһалау эштәре үткәргәс кенә билдәле буласаҡ. Н. Ларионов әйтеүенсә, алмас буйынса махсуслашҡан геологтар һәм инвесторҙар өсөн эш майҙаны етерлек.