Башҡортостандың Контроль-иҫәп палатаһы 2019-2024 йылдарҙа «Ауыл табибы» һәм «Ауыл фельдшеры» программаларын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ҡағиҙә боҙоуҙар тураһында мәғлүмәттәр килтерҙе.

Был осорҙа Башҡортостанда «Ауыл табибы» һәм «Ауыл фельдшеры» программаларының 116 ҡатнашыусыһы килешеү шарттарын боҙған һәм үҙ өҫтөнә алған йөкләмәләрен үтәмәгән.
Ауыл ерендә 34 белгес, мотлаҡ биш йыл эшләргә тейеш булһа ла, үҙ теләге менән эшенән киткән.
Ҡағиҙә боҙоуҙар һөҙөмтәһендә бюджетҡа кире ҡайтарылырға тейешле социаль ярҙамдың дөйөм суммаһы – 89,2 миллион һум, тип белдерҙе республиканың Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе Елена Теняева Дәүләт Йыйылышының бюджет, һалым, инвестиция сәйәсәте һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре комитеты ултырышында.
Биш йыл эсендә төбәктә табиптар һәм профилле белгестәр менән 886 килешеү төҙөлгән. Финанслауҙың дөйөм күләме 987 миллион һум тәшкил иткән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Ауыл табибы» һәм «Ауыл фельдшеры» программалары — ауылға эшкә ҡайтҡан табиптарға дәүләт ярҙамы. Программа шарттарына ярашлы, табиптар — 1,5 миллион һумға, ә фельдшерҙар 750 мең һумға тиклем аҡса алырға мөмкин. Бының өсөн программала ҡатнашыусы медицина ойошмаһында кәмендә 5 йыл эшләргә тейеш.
«Ауыл уҡытыусыһы» программаһы буйынса хәл тотороҡлораҡ. 2019 йылдан ике уҡытыусы ғына килешеүҙе ваҡытынан алда өҙгән, уларҙың береһе аҡсаны бюджетҡа кире ҡайтарған.