Ҡар яуыуға бәйле Белорет районы трассаһында хәрәкәт сикләнде

Башҡортостан Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, Стәрлетамаҡ – Белорет – Магнитогорск трассаһының 208-се саҡрымынан алып 249-сы саҡрымына тиклем ҡар яуыуы күҙәтелә. Шуға бәйле сәғәт 12-нән бөтә транспорт өсөн хәрәкәтте ваҡытлыса сикләү тураһында ҡарар ҡабул ителде.
Сикләү көндөҙгө сәғәт 2-гә тиклем ғәмәлдә ҡала.
Дәүләт автоинспекцияһы һауа торошо яҡшырғансы ошо йүнәлештә юлға сыҡмаҫҡа кәңәш бирә. Был айырыуса йәйге тәгәрмәс ҡуйып өлгөргән водителдәргә ҡағыла.