Республикала «Атай ҡаһарманлығы» премияһына ғаризалар ҡабул ителә09.04.2026

8 апрелдән «Атай ҡаһарманлығы-2026» республика конкурсына ғаризалар ҡабул итеү башланды. Был хаҡта Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙа 2025 йылда республиканың граждандар йәмғиәте торошо тураһында докладҡа арналған матбуғат конференцияһында республиканың Йәмәғәт палатаһы рәйесе Энйы Әхмәҙуллина белдерҙе.

Фото: Валерий Шахов | «Башинформ»

Конкурста республикабыҙҙа кәмендә биш йыл даими йәшәгән һәм балаларын лайыҡлы тәрбиәләгән атайҙар ҡатнаша ала. Еңеүселәргә күкрәккә тағыла торған билдә, диплом һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырыла.

«Атайҙар үҙҙәре ғариза бирергә ҡыйынһына, беҙ республика муниципалитеттары йәмәғәтселәрен яң яҡшыларҙы асыҡлап, ғариза тултырырға ярҙам итергә саҡырабыҙ, ҡушылығыҙ, иң лайыҡлылар еңһен», — тип билдәләне Ынйы Әхмәҙуллина.

Ғаризалар 1 авгусҡа тиклем ҡабул ителә. Ҡатнашыусы анкетаһын бында тултырырға мөмкин. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда «Атай ҡаһарманлығы» наградаһы 2020 йылдан тапшырыла. Уҙған биш йылда конкурста 1000-дән ашыу атай ҡатнашҡан, уларҙың 200-гә яҡыны лауреат исеменә лайыҡ булған.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-04-08/v-bashkirii-startoval-priem-zayavok-na-soiskanie-premii-ottsovskaya-doblest-4644716



Вернуться назад