Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты һауа шарттарының үҙгәреүе хаҡында иҫкәртте.
Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, йома, 10 апрелдә, республикала ямғыр, көндөҙ урыны менән көслө ямғыр яуыуы көтөлә, ҡайһы бер райондарҙа елдең тиҙлеге секундына 17-22 метрға етеүе ихтимал.
Һауа температураһы көндөҙ +5, +10° тиклем түбәнәйә.
Һауа шарттарының боҙолоуына бәйле мөмкинлек булғанда өйҙә ҡалырға, ә урамда һаҡ булырға кәрәк. Ағастар, реклама таҡталары һәм электр тапшырыу линиялары янында тормаҫҡа кәңәш ителә.
https://www.bashinform.ru/news/social/2026-04-08/na-bashkiriyu-obrushatsya-silnye-dozhdi-4644474