Башҡортостан прокуроры Игорь Пантюшин вазифаһын ҡалдырҙы08.04.2026

Ул республика прокуратураһына 2021 йылдан башлап етәкселек итте.

Фото: Башҡортостан Республикаһы прокуратураһы | сайт

Башҡортостан прокуроры Игорь Пантюшин вазифаһын ҡалдырып, Рәсәйҙең генераль прокуратураһына эшкә күсә. «Башинформ» агентлығына үҙенең сығанағы хәбәр итеүенсә, уның граждандарҙың мөрәжәғәттәре буйынса идаралыҡ етәксеһе итеп тәғәйенләнеүе ихтимал. Республиканың күҙәтеү ведомствоһы етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыу бурысы прокурорҙың беренсе урынбаҫары Евгений Бендовскийға йөкмәтелде.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Игорь Пантюшин 2021 йылдың декабренән республика прокуратураһына етәкселек итте. Быға тиклем ул Владимир өлкәһе прокуроры булды.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-04-08/prokuror-bashkirii-igor-pantyushin-pokinul-post-4644287



Вернуться назад