Ҡабаҡтан тәмле ризыҡ04.07.2012
4 порция өсөн: 1 ҡаты икмәк, 500 грамм кишер, бер бәләкәй ҡабаҡтың яртыһы, тоҙ, 2 цуккини, тимьян, 1 һуған, 1 һарымһаҡ теше, 500 грамм һыйыр ите, 200 грамм банкалағы кукуруз, төйөлгән ҡара борос, 4 аш ҡалағы зәйтүн майы, 100 грамм черри помидоры.

Бешереү: Икмәкте һыуҙа ебетегеҙ. Кишерҙе йыуығыҙ, таҙартығыҙ һәм түңәрәкләп ҡырҡығыҙ. Ҡабаҡты өлөштәргә бүлегеҙ һәм дүрт минут ҡайнаған тоҙло һыуҙа бешкәкләгеҙ. Аҙаҡ уны дуршлагка һалып һөҙөгөҙ. Цуккиниҙы түңәрәкләп турағыҙ. Тимьянды һыуыҡ һыу менән сайҡатығыҙ, ҡоротоғоҙ һәм турағыҙ. Һуған менән һарымһаҡты таҙартып турағыҙ һәм һығып алынған икмәк, ит фаршы, тимьян һәм кукуруз менән бутағыҙ. Тоҙлағыҙ һәм борослағыҙ. Килеп сыҡҡан фаршты яҡшы ғына итеп бутағыҙ һәм һигеҙ кәтлит әүәләгеҙ. Табала ике аш ҡалағы зәйтүн майын йылытығыҙ һәм унда кәтлиттәрҙе һәр яғынан 5-7-шәр минут ҡыҙҙырығыҙ. Икенсе табала тороп ҡалған майҙы һалып кишерҙе, ҡабаҡты, цуккиниҙы һәм помидорҙы 5 минут ҡыҙҙырып алығыҙ. Йәшелсә гарнирын тоҙлағыҙ, борослағыҙ һәм тәрилкәләргә һалып сығығыҙ, өҫтөнә кәтлиттәр һалына.
Бешереү ваҡыты: — 40 минут.
Бер порцияла 500 ккал. Аҡһым — 29 г, майҙар — 34 г, углеводтар — 20 г.


Вернуться назад