Бөгөн уның экспедицияһы башланды.

Казарма емерелгәндән һуң ике аяҡһыҙ ҡалған Өфө блогеры Рөстәм Нәбиев донъяның иң бейек тауына артылырға әҙерләнә. Бөгөн уның Эвересҡа экспедицияһы башлана. Рөстәм социаль селтәрҙәге сәхифәһенә аэропортта ғаиләһе менән хушлашыу видеоһын һалған.
Блогер яҙылыусыларын экстремаль сәфәргә нисек әҙерләнеүен күрһәтеп барҙы. Уға ҡулдары менән 8,8 мең саҡрым юл үтергә кәрәк.
«2020 йылда Эльбрусҡа менгән Рөстәм алты йылдан һуң ер шарының иң бейек нөктәһенә юл тотор тип кем уйлаһын. Алда беҙҙе уникаль сәйәхәт көтә. Мин был аҙымға аңлы рәүештә килдем», – тип социаль селтәрҙә үҙенең фекерҙәре менән уртаҡлашҡан альпинист.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рөстәм Нәбиев – донъяла ҡулдары менән генә (башҡаларҙың ярҙамынан тыш) тауҙарға күтәрелгән беренсе һәм берҙән-бер кеше. Биш йылда яҡташыбыҙ Эльбрустың ике түбәһен (5642 м. /5621 м.), Мөхәббәт түбәһен (2124 м.), Манаслу (8163 м.), Арарат (5165 м.), Казбек (5033м.), Килиманджаро (5895 м.), Аконкагуа (6962 м.) һәм Ирәмәл (1589 м.) тауҙарын яулаған.