Радий Хәбиров Өфө мэрияһына БПЛА-нан зыян күргән йорттарҙы тергеҙергә ҡушты06.04.2026

Радий Хәбиров Өфө мэрияһына БПЛА-нан зыян күргән йорттарҙы тергеҙергә ҡушты

Фото: стоп-кадр rutube

Өфөлә дрон һөжүменән зыян күргән йортто тергеҙергә һәм пилотһыҙ осоу аппараты менән бәйле башҡа мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров баш ҡала мэры Ратмир Мәүлиевҡа ошондай йөкләмә бирҙе.

«Пилотһыҙ хәүеф режимын йышыраҡ иғлан итәбеҙ. 2 апрелдә көслө һөжүм булды. Оборона министрлығына һәм предприятиеларҙы һаҡлау хеҙмәтенә тейешле баһа бирергә кәрәк. Туғыҙ пилотһыҙ осоу аппараты атып төшөрөлдө, берәүһе торлаҡ йортҡа эләкте. Бәхеткә күрә, ҡорбандар юҡ», — тине Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөлә БПЛА һөжүменән зыян күргән йорттарҙа йәшәүселәргә ярҙам күрһәтелә. Был турала ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса ведомство-ара комиссияһының сираттан тыш ултырышында хәбәр иттеләр.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-04-06/radiy-habirov-poruchil-merii-ufy-vosstanovit-postradavshie-ot-bpla-doma-4640591



Вернуться назад