Республика ветерандарына Еңеү көнө уңайынан аҡса пенсия менән бергә бирелә

Башҡортостанда Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына Еңеү көнө уңайынан аҡса апрель пенсияһы менән бергә түләнә. Рәсәй Пенсия фондының республика буйынса бүлексәһе пособиелар күсерә башланы, тип хәбәр итә ведомствоның матбуғат хеҙмәте.
Быйыл республикала 68 ветеран 10 мең һум алырға тейеш. Аҡса апрель айында банк иҫәбенә йәки почта бүлексәләре аша пенсия менән бергә күсә. Бер ниндәй ҙә ғариза яҙырға кәрәкмәй – түләүҙәр автоматик рәүештә тәғәйенләнә.
Берҙәм бәйләнеш үҙәге телефоны буйынса консультация алырға мөмкин: 8-800-100-00-01 (шылтыратыу бушлай).