Йәнә +20°: Башҡортостанда йылы көндәр көтөлә06.04.2026

Башҡортостан синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошон фаразланы.

Фото: Галина Бахшиева | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн көндөҙ республикала ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, көндөҙ урыны менән көслө. Һауа температураһы көндөҙ +11, +16°.

Шишәмбе, 7 апрелдә, төндә бер аҙ ямғыр һәм епшек ҡар яуыуы, көндөҙ урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы фаразлана. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, урыны менән көслө. Һауа температураһы төндә -2, +3°, көндөҙ  +12, +17°.

Шаршамбы, 8 апрелдә, республикала яуым-төшөмһөҙ. Ел көнсығыштан, көньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы -3, +2°, урыны менән +7°, көндөҙ +15, +20°. 

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-04-06/i-snova-20-zhiteley-bashkirii-zhdet-ocherednoe-poteplenie-4639922



Вернуться назад