Рельстан сыҡҡан поезд пассажирҙарының күбеһен Ульяновскиға алып килгәндәр03.04.2026

Тиҙҙән уларҙы маршрут буйынса ебәрәләр.

Фото: Куйбышев тимер юлы | социаль селтәрҙәр

302-се Мәскәү – Силәбе поезының 352 пассажиры Ульяновск-Үҙәк станцияһына килеп еткән, ҡалғандарын яҡын арала алып килергә тейештәр, тип хәбәр иттеләр Куйбышев тимер юлының матбуғат хеҙмәтенән. Поезда 412 пассажир булған.

Бөтәһе лә туҡланыу менән тәьмин ителә, кәрәк булған осраҡта психологик ярҙам алырға мөмкин. Икенсе поезд әҙер, пассажирҙар медицина тикшереүе үткәндән һуң ул юлға сыға.

Хәбәр иткәнебеҙсә, Мәскәү — Силәбе поезының ете вагоны Ульяновск өлкәһенең Бряндино станцияһында рельстан сыҡҡан. Бер нисә кеше имгәнгән, ҡорбандар юҡ.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-04-03/bolshinstvo-passazhirov-popavshego-v-chp-poezda-dostavleny-v-ulyanovsk-4637962



Вернуться назад