Башҡортостанда Яҡуповтар ғаиләһендә туғыҙынсы бала тыуған

Шаран районының Наратаҫты ауылынан Светлана һәм Тимур Яҡуповтарҙың ҙур һәм татыу ғаиләһендә туғыҙынсы сабый донъяға килгән, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетынан.
2026 йылдың 20 мартында Яҡуповтар ғаиләһендә Әҙилә исемле ҡыҙ тыуған. Ағай-апайҙары Даниил (19 йәш), Арина (17 йәш), Милана (14 йәш), Рөстәм (10 йәш), Руслан (9 йәш), Элина (7 йәш), Рамазан (4 йәш) һәм Ралина (2 йәш) һеңлеләрен түҙемһеҙлек менән көтөп алған.
«Яҡуповтар ғаиләһе әүҙем тормош позицияһы яҡлы, республиканың һәм райондың йәмәғәт тормошонда даими ҡатнаша, — тип билдәләнеләр Башҡортостандың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетында. — 2022 йылда ғаилә башлығы Тимур Яҡупов III «Атай ҡаһарманлығы» республика конкурсында иң йәш еңеүсе тип танылды. 2023 йылда уның хәләл ефете Светлана «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде».
2024 йылда Яҡуповтарҙың өлкән улы Даниил дуҫы менән һыуға батып барған ирҙе ҡотҡарған. Ҡыйыу аҙымы өсөн егеткә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының ведомство наградалары: «Һыуға батыуҙан ҡотҡарған өсөн» һәм «Батырлыҡ өсөн» миҙалдары тапшырылған. Данил шулай уҡ күкрәккә тағыла торған билдә алған һәм «Ҡайнар йөрәк» почетлы китабына индерелгән.
Былтыр йыл аҙағында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Яҡуповтарға ғаилә институтын нығытыуҙа һәм балалар тәрбиәләүҙә ҙур ҡаҙаныштары өсөн «Ата-әсәлек даны» ордены миҙалын тапшырғайны.