7 майҙа Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла

2026 йылдың майында «РусЛайн» авиакомпанияһы Өфө менән Сухум араһында тура авиабәйләнеш асыу планлаштыра, тип хәбәр итә республика хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.
Беренсе рейс 6 майҙа Сухумдан Өфөгә башҡарыла, ә 7 майҙан Өфөнән осоштар башлана.
Рейстар аҙнаһына бер генә була (кесаҙна - Өфөнән, шаршамбы - Сухумдан).
Әлеге ваҡытта Башҡортостан делегацияһы Сухумда «Абхазия – киләсәккә инвестициялар» иҡтисади форумында эшләй.
Хәбәр иткәнебеҙсә, Башҡортостан менән Силәбе өлкәһе араһында тура авиарейстарҙы тергеҙеү планлаштырыла.