Ул 35-се белем биреү үҙәгендә урынлашҡан (Ғафури урамы, 7).

Ваҡытлыса урынлаштырыу пункты карауаттар, урын-ер кәрәк-яраҡтары менән йыһазландырылған. Бында йәшәйеште тәьмин итеү өсөн бөтә предметтар ҙа бар. Был хаҡта Ленин районы хакимиәте башлығы Олег Котов хәбәр итте.
Башинформ хәбәр иткәнсә, ялыуҙарҙы оператив рәүештә ҡабул итеү һәм хоҡуҡи ярҙам күрһәтеү өсөн прокуратурала ҡыҙыу бәйләнеш ойошторолған: 7 (34-72) 73-64-54.