Республика ҡотҡарыусылары ташҡын тураһында оператив мәғлүмәт еткерҙе02.04.2026

Республика ҡотҡарыусылары ташҡын тураһында оператив мәғлүмәт еткерҙе

Фото: матбуғат хеҙмәте | Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы

Уҙған тәүлектә Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына яҙғы ташҡынға бәйле 24 мөрәжәғәт килгән. Хеҙмәттәр 12 муниципаль берәмектә 15 хәлде контролдә тота.

Әлеге ваҡытта 6 юл участкаһын, 7 түбән күперҙе, 50 йорт яны биләмәһен һыу баҫҡан.

Һыу баҫҡан йорттар, зыян күреүселәр юҡ, тип асыҡлыҡ индерҙеләр ведомствола.

Республикала ташҡынға бәйле хәл-торошто күҙәтеү һәм контролдә тотоу өсөн оператив штаб эшләй, биләмәләр һауанан күҙәтелә.

Хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостанда ташҡын һөҙөмтәһендә 3 коммерцияға ҡарамаған баҡса ширҡәте һәм 6 күперҙе һыу эсендә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-04-02/spasateli-bashkirii-soobschili-operativnuyu-informatsiyu-o-pavodke-4636517



Вернуться назад