Башҡортостан уҡыусылары «Сириус»та химия буйынса олимпиадала ике «алтын» алды01.04.2026

Башҡортостан уҡыусылары «Сириус»та химия буйынса олимпиадала ике «алтын» алды

Фото: АНОД | Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәре

Башҡортостан уҡыусылары «Сириус»та химия буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһында яҡшы һөҙөмтә күрһәтте, улар ике беренсе урын һәм 12 призлы диплом яуланы, тип хәбәр итте республика Башлығы Радий Хәбиров.

Наградалар һаны буйынса республикабыҙ Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһенән ҡала Рәсәйҙең иң яҡшы өс төбәге иҫәбенә инде.

Беҙҙең командала 27 кеше ине. Уның составында Республика инженер лицей-интернаты, Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Сибай, Яңауыл, Октябрьский, Бөрө ҡалалары, Әлшәй һәм Өфө райондары мәктәптәренән уҡыусылар сығыш яһаны.

Балалар көслө остаздар менән шөғөлләнде, улар араһында Вадим Харисов та бар. Быға тиклем ул үҙе лә химия буйынса халыҡ-ара олимпиадаларҙа еңеүсе булды, хәҙер иһә яңы быуын чемпиондар әҙерләй.

«Яҡташтарыбыҙҙың еңеүенә өлөш индергәндәрҙең барыһын да ҡотлайым. Ҡатнашыусыларҙы, уларҙың уҡытыусыларын, ата-әсәләрен. Был иһә республика мәктәптәрендә белем биреүҙең, беҙҙең һәләтле балалар менән эшләү системаһының сираттағы еңеүе ул. Һәммәгеҙгә лә уңыштар теләйем!», — тип ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе Радий Хәбиров.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-04-01/shkolniki-iz-bashkirii-vzyali-dva-zolota-na-vserose-po-himii-v-siriuse-4635895



Вернуться назад