Өфөлә әлегә фатирҙарға йылы биреү туҡтатылмай01.04.2026

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, киләһе аҙнала һалҡынайта.

Фото: Ксения Калинина | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

1 апрелдә Өфө мэрияһында уҙған оператив кәңәшмәлә ҡаланың йәшәйешен тәьмин итеү идаралығы етәксеһе Антон Тристан һуңғы аҙнала уртаса һауа температураһының +7 градус тәшкил итеүе тураһында белдерҙе. Башгидромет мәғлүмәте буйынса, киләһе аҙнала көндәрҙең һалҡынайтыуы көтөлә, шуға күрә әлегә «йылы биреүҙе туҡтатыу тураһында һөйләргә иртәрәк».

Өфө хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Сергей Кожевников һүҙҙәренсә, ошо йомала оператив штабта дөйөм хәлде иҫәпкә алып йылытыуға бәйле хәлде ентекле тикшерәләр.

«Киләһе көндәрҙә ямғыр яуыуы һәм температураның түбәнәйеүе көтөлә. Шуға күрә йылы биреүҙе туҡтатыу ваҡыты буйынса айырым ҡарар ҡабул итербеҙ», — тине ул.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-04-01/v-ufe-poka-ne-planiruyut-otklyuchat-otoplenie-4635872



Вернуться назад