Башгидромет Ләмәҙ, Стәрле һәм Өршәк йылғалары буйын һыу баҫыу хәүефе хаҡында иҫкәртте01.04.2026

Башгидромет Ләмәҙ, Стәрле һәм Өршәк йылғалары буйын һыу баҫыу хәүефе хаҡында иҫкәртте

Фото: Олег Яровиков | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Киләһе ике тәүлектә Ләмәҙ, Стәрле, Өршәк йылғалары эргәһендәге уйһыу урындарҙы һыу баҫыуы ихтимал, тип хәбәр итә Башгидромет.

Гидрологик хәлде күҙәтеү мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостан йылғаларында хәҙер боҙ ныҡлап ирей. Тау йылғаларының күбеһендә боҙ китә. Инйәр йылғаһы 30 мартҡа боҙҙан әрселде.

Өсән йылғаһында ҙур булмаған боҙ киҫәктәре ҡалған, ә Оло Эйек, Өршәк тулыһынса боҙҙан әрселгән. Ағиҙелдә һәм Ҡариҙелдә лә боҙ китә.

Республиканың иң ҙур һыуһаҡлағыстары штат режимында эшләй.

Киләһе аҙнала йылғаларҙың, айырыуса дала йылғаларының, шулай уҡ Өфө һәм Ағиҙел йылғаларының артабан боҙҙан әрселеүе көтөлә. 

3 апрелдән тау йылғаларының ташыуы ихтимал.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-04-01/bashgidromet-predupredil-ob-ugroze-podtopleniya-u-rek-lemeza-sterlya-i-urshak-4635097



Вернуться назад