1 апрелдән Өфөлә рәсми рәүештә электр самокаттары миҙгеле башланды, тип хәбәр иттеләр мэриянан.
«Ҡалала сәғәтенә 15 километр тиҙлек менән генә йөрөргә рөхсәт ителгән урындар һаҡлана. Сикләү Ленин исемендәге паркка, Пушкин, Ленин һәм Зәки Вәлиди урамдарының бер өлөшөнә ҡағыла, — тип билдәләнеләр Өфө хакимиәтендә. — Бер нисә үҙәк урамда, шулай уҡ Иван Яҡутов исемендәге паркта һәм Совет майҙанында самокаттарҙа хәрәкәт итеү бөтөнләй тыйыла».
Тәртип боҙоусыларҙы ҡала камералары күҙәтә. Бынан тыш, полиция менән берлектә рейдтар үткәреү ҡаралған.
Башинформ хәбәр иткәнсә, былтыр Өфө самокатсыларының иң популяр маршруттары Ленин, Октябрҙең 50 йыллығы урамдары, Октябрь проспекты, шулай уҡ Беренсе май һәм Степан Кувыкин урамдары буйлап үтте.