Башҡортостанда рекордлы эҫе көндәр дауам итә01.04.2026

Республикала синоптиктар көн дә температура рекордтарын теркәй.

Фото: «Башинформ» | архив

31 мартта Өфө-Дим метеостанцияһында +17° булған, тип хәбәр итә Башгидрометүҙәк. 2009 йылда тап ошо көндә +14,3° теркәлгән.

Был иһә республикала март айында етенсе температура рекорды. Метеорологтар аномаль эҫелекте Урта Азия далаларынан һәм сүллектәренән килгән һауа массаһының таралыуы менән аңлата.

Бөгөн, 1 апрелдә, көндөҙ +15, +20° тиклем йылы булыуы фаразлана. 2 һәм 3 апрелдә урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы көтөлә. Һауа температураһы төндә  +1,+6°, урыны менән -4°, көндөҙ +12, +17°.

Рәсәй Гидрометеорология үҙәге мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостанда 5 апрелгә тиклем уртаса һауа температураһының норманан 8-10 градусҡа юғарыраҡ булыуы көтөлә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-04-01/v-bashkirii-prodolzhaetsya-chereda-rekordno-zharkih-dney-4634844



Вернуться назад