Ҡырмыҫҡалы районында юл һәм Өршәк йылғаһы аша күпер ябылды

Ҡырмыҫҡалы районында 31 мартта иртәнге сәғәт 10-сы яртынан Ҡырмыҫҡалы – Атйетәр – Дәүләкән – Талбазы юлы участкаһында транспорт хәрәкәте, шулай уҡ Өршәк йылғаһы аша күпер ябылды.
Сикләү ташҡынға бәйле индерелде, хәрәкәтте асыу тураһында өҫтәмә мәғлүмәт булыр, тип белдерҙеләр республиканың Юл хужалығы идаралығында.
Стәрлетамаҡ районында Ҡуғанаҡ йылғаһы аша күперҙе япҡандар.