Ете ай буйына төбәк льготаһы һаҡлана.

1 апрелдән 31 октябргә тиклем Башҡортостанда социаль ярҙамға хоҡуҡлы граждандарға төбәк льготаһы бирелә: улар ҡала яны поездарында юл хаҡының 50% ғына түләй ала. Былтыр төбәктә 550 мең кеше ошондай хоҡуҡтан файҙаланған. Улар – пенсионерҙар, хеҙмәт ветерандары, репрессияларҙан зыян күргән тыл эшсәндәре.
Билет һатып алғанда льготаға хоҡуҡты раҫлаған документ һәм паспорт (төп нөсхәһе) кәрәк.
Бынан тыш, федераль льготалылар – инвалидтар, хәрби хәрәкәттәр, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, блокадалы Ленинградта йәшәүселәр бушлай йөрөү хоҡуғына эйә.
Башҡортостанда мәктәп уҡыусылары һәм студенттар 1 сентябрҙән 15 июнгә тиклем ярты хаҡҡа йөрөй ала.
Хәбәр иткәнебеҙсә, 1 апрелдән электричкалар йәйге туҡталыштарҙа туҡтай башлай.