Башгидромет 2026 йылғы вегетация осорона һауа температураһы һәм яуым-төшөм фаразы менән таныштырҙы. Апрелдән сентябргә тиклемге осор күҙ уңында тотола.

Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, яҙғы-йәйге миҙгелдә республикала уртаса һауа температураһы нормаға ярашлы һәм унан юғарыраҡ булмаҡсы. Апрелдә уртаса температура +4, +6, майҙа +11, +14, июндә +16, +19, июлдә +17, +21, августа +15, +19, ә сентябрҙә +9, +12 градус.
Яуым-төшөм күләме апрелдә (20-40 мм), майҙа (35-55 мм), июндә (50-70 мм), августа (45-65 мм) һәм сентябрҙә (35-55 мм) климат нормаһына ярашлы булыуы көтөлә.
Августа Башҡортостандың көньяҡ, июлдә төньяҡ һәм көнсығыш райондарында яуым-төшөмдөң артыуы ихтимал.