Башҡортостан уҡыусылары өсөн 28 марттан 5 апрелгә тиклем яҙғы каникулдар башланды.
Шулай итеп, балалар туғыҙ көн ял иткәндән һуң 6 апрелдә йәнә парта артына ултыра, был көндө һуңғы, дүртенсе сирек башлана.
Республиканың Мәғариф министрлығы ҡар ирегән осорҙа балаларҙың хәүефһеҙлегенә айырыуса иғтибар бүлергә һәм юлдарҙа, йылға-күлдәрҙә үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре тураһында әңгәмә үткәрергә тәҡдим итә.
Бынан алдараҡ Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров муниципалитеттарға каникул ваҡытында уҡыусыларҙың ялын сифатлы итеп ойошторорға ҡушҡайны.
https://www.bashinform.ru/news/social/2026-03-30/u-shkolnikov-bashkirii-nachalis-kanikuly-4631705