Тәбиғәт көсө: Нөгөш йылғаһында боҙ китә30.03.2026

Тәбиғәт көсө: Нөгөш йылғаһында боҙ китә

Фото: видеонан скриншот | «Башҡортостан» милли паркы

Башҡортостанда йәшәүселәргә Кәшәлә кордоны янындағы Нөгөш йылғаһында боҙ киткән кадрҙарҙы күрһәттеләр. Был күренеште «Башҡортостан» милли паркы хеҙмәткәрҙәре видеоға төшөрөп алған.

«Тәбиғәт көсө», — тинеләр ҡурсаулыҡта һәм боҙ киткәндә һыу ятҡылыҡтарына яҡын барырға ярамағанлығын иҫкә төшөрҙөләр.

Быйыл яҙ илдә боҙ ғәҙәттәгенән иртәрәк китә башланы, был климат шарттарының үҙгәреүенә бәйле.

Хәбәр иткәнебеҙсә, киләһе көндәрҙә лә республикала аномаль йылы һауа торошо һаҡлана.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-03-30/sila-i-mosch-prirody-v-bashkirii-pokazali-kadry-ledohoda-na-reke-nugush-4631664



Вернуться назад