Өфө аэропортында осоштар туҡтатылды30.03.2026

Был саралар БПЛА хәүефенә бәйле пассажирҙарҙың һәм экипаждарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн ҡабул ителде.

Фото: «Башинформ» | архив

Өфө аэропортында һауа судноларын ҡабул итеүгә һәм сығарыуға ваҡытлыса сикләүҙәр индерелде. Был хаҡта Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов белдерҙе. Бынан алдараҡ республика биләмәһендә пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителгәйне.

Аэропорттың онлайн-табло мәғлүмәттәре буйынса, Өфөнән Шарджаға рейс туҡтатылған, Сәмәрҡәндтән һәм Сорғоттан самолеттар тотҡарлана. Сикләүҙәргә ҡарамаҫтан, пассажирҙарҙы рейстарға теркәү дауам итә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-03-30/v-aeroportu-ufy-priostanovleny-polety-4631306



Вернуться назад