Уларҙың береһе – 9 йәшлек бала.
2025 йылда 9 йәшлек бала ҡотороу ауырыуынан үлгән, тип белдерҙе Республика йоғошло сирҙәр дауаханаһының табип-эпидемиологы Надежда Байметова «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында уҙған матбуғат конференцияһында.
«Был хәл Стәрлетамаҡ районында булған. Баланы урам бесәйе тешләгән. Ләкин ғаилә һуң ғына медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт иткән. Яра эренләй башлағас ҡына ата-әсә уны табиптарға алып килгән. Был ваҡытҡа инкубация осоро үткән булған», — тип яуап бирҙе медик мәғлүмәт агентлығы хәбәрсеһенең һорауына.
Быйыл да хайуандан сир йоҡтороп үлеү осрағы теркәлгән, тип хәбәр итте Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Анна Казак. Был юлы ла кешене урам бесәйе тешләгән, уны ҡотҡара алмағандар.
«Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең халыҡ йорт хайуандарынан да зарарланырға мөмкин тип уйламай, — тип билдәләне баш санитар табип. — Былтыр хайуандарҙың шайығы тейеүе, тырнауы һәм тешләүенә бәйле мөрәжәғәттәр 27% артҡан һәм 11 меңдән ашыу тәшкил иткән. Йышыраҡ улар — бесәйҙәр һәм эттәр, һирәгерәк осраҡта ҡырағай йәнлектәр».
Статистикаға ярашлы, 2025 йылда республика буйынса травматология пункттарына ҡырағай йәнлектәрҙән зыян күргән 418 кеше мөрәжәғәт иткән, 6938 кеше эттән тешләнгән, тип өҫтәне Надежда Байметова.
Медиктар сирҙе иҫкәртеүҙең төп сараларын хәтергә төшөрҙө.