Былтыр Башҡортостанда 732 кеше сысҡан биҙгәген йоҡторған.
«Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2 үлем осрағы теркәлгән, — тип белдерҙе Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Анна Казак «Башинформ» агентлығында уҙған матбуғат конференцияһында. — Быйыл яҙҙың иртә килеүе һәм һауа температураһының юғары булыуына бәйле сысҡандарҙың популяцияһы артыуын, сирлеләрҙең күбәйеүен фаразлайбыҙ. Ауырыуҙарҙы иҫкәртеү өсөн граждандарҙың гигиенаһы һәм тәртибе мөһим роль уйнай. Кешеләр баҡсала эшләгәндә, өмә ваҡытында, урманда һаҡлыҡ сараларын онотмаҫҡа тейеш».
Шулай уҡ ведомство башлығы быйыл биләмәләрҙә һәм учреждениеларҙа кимереүселәрҙе юҡ итеү өсөн финанслауҙы арттырыуҙарын билдәләне.