Быйыл «май каникулдары» һуңғы һигеҙ йылда иң ҡыҫҡаһы булмаҡсы.
Рәсәйҙә май байрамдары өсәр көнлөк ике осорға бүленә, тиелә Рәсәй хөкүмәтенең 2026 йылда байрам һәм ял көндәре тураһында ҡарарында.
- беренсе ял көндәре (Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы): 1-3 май (йоманан йәкшәмбегә тиклем).
- икенсе ял көндәре (Еңеү көнө): 9-11 май (шәмбенән дүшәмбегә тиклем).
Байрам осоро араһында биш көнлөк (4 майҙан 8-нә тиклем) тулы эш аҙнаһы була. 30 апрель һәм 8 май – байрам алды көндәре, шуға күрә эш ваҡыты бер сәғәткә ҡыҫҡара.
Әйткәндәй, Башҡортостанда йәшәүселәр 27 майҙа (шаршамбы) Ҡорбан байрамы уңайынан тағы бер көн ял итә ала.