Ҡайғы күрһәтмә, Хоҙай...03.07.2012
Ҡайғы күрһәтмә, Хоҙай...Хәбәр итеүебеҙсә, 1 июлдә республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы Боден күле өҫтөндәге авиаһәләкәткә ун йыл тулыуға арналған сараларҙа ҡатнашты.

Делегация составына “Башҡортостан һауа юлдары”ның “Мәскәү — Барселона” маршруты буйынса осҡан “ТУ-154М” самолетында һәләк булған пассажирҙарҙың туғандары инде. Дөйөм алғанда, Юберлинген менән Брахенройтта үткәреләсәк матәм сараларында Башҡортостандан 150 кеше ҡатнашты. 1 һәм 2 июлдә Башҡортостан менән Боден-Вюртембергтың рәсми делегацияларының осрашыуҙары үткәрелде. Ошо уҡ көндө авиаһәләкәт ҡорбандарының туғандары һәм яҡындары “Өфөгә дуҫлыҡ күпере” йәмәғәт ойошмаһы ағзалары, урындағы власть органдары вәкилдәре менән аралашты, Брахенройттағы матәм митингында ҡатнашты.
Л. ХӘСӘНОВА.


Вернуться назад