Өфөнән Һамарға «Ласточка» поездары йөрөй башлай

Миллионлы ҡалалар, Өфө һәм Һамар араһында, тиҙ йөрөшлө ҡала яны поезы хәрәкәте башлана. Был хаҡта Куйбышев тимер юлының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
8 майҙан йома, шәмбе һәм йәкшәмбе көндәрендә маршрут буйынса алты вагонлы «Ласточка» поездары йөрөй. Юлға 6 сәғәт 28 минут ваҡыт китә.
Маршрутты асыу – «Һамар – ете баш ҡала үҙәге» проектын ғәмәлгә ашырыуҙың тәүге этабы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған йылда Өфөнән Силәбегә электричкалар йөрөй башланы, тип яҙғайны «Башинформ».
https://www.bashinform.ru/news/social/2026-03-27/iz-ufy-v-samaru-poletyat-lastochki-4629189